Башҡортостан Республикаһы Мәғәриф министрлығы
Өфө ҡалаһы Дим районы мәғәриф идаралығы
90 йәш
Тормош юлы һәм ижадына сәйәхәт.
3, 4, 5, 7 синыф уҡыусылары өсөн
Өфө ҡалаһы Дим районы
123 – сө лицейының юғары
категориялы башҡорт теле
һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ниғмәтова Фәриә
Шарифулла ҡыҙының
әҙәби - музыкаль
композиция сценарийы.
Өфө 2009 йыл
Тема: Мостай Кәримгә 90 йәш. Тормош юлы һәм ижадына сәйәхәт.
Маҡсат: Уҡыусыларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Телмәр һәм логик фекерләүҙе үҫтереү, һүҙлек запасын байытыу. Яҙыусыға, уның әҫәрҙәренә, телебеҙгә, илебеҙгә ихтирам, һөйөү тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазлау:Башҡортостан картаһы, М. Кәримдең портреты, китаптары күргәҙмәһе, компьютер, проектор, уҡыусыларҙың әҫәрҙәргә ҡарата эшләгән һүрәттәр күргәҙмәһе.
Дәрес барышы.
1. Инеш һүҙ.
Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәрим күп милләтле республикабыҙ халыҡтарының яратҡан әҙибе. М. Кәримдең күп яҡлы ялҡынлы ижаты китап уҡыусыларҙың, тамашасыларҙың ихтирамын яулап ҡына ҡалманы, бәлки башҡорт халҡының рухи ҡаҙанышы, милли ғорурлығы булып әүерелде.
М. Кәрим башҡорт әҙәбиәтенең данын элекке Бөтә Союз, бөтә донъя күгенең, поэзияһының яҡты йондоҙо булып балҡыны.
Бөгөн беҙ шағирҙың ижаты һәм тормош юлы менән танышырбыҙ.
( Ҡурай моңо ишетелә.)
1-се алып барыусы. Башҡортостан – гүзәл республикам! Бормаланып аҡҡан Дим һәм Ағиҙел йылғалары, сал Урал итәктәренең сәскәле туғайҙары, алтын иген баҫыуҙары, ҡеүәтле нефть фонтандары һәм гигант завод – фабрикалары булған данлы республика.
2 –се алып барыусы. Ҡәҙерле буяуҙары һәм ауаздары менән, ғәзиз кешеләре һәм онотолмаҫ урындары менән тыуған ерҙең матурлығы сабый саҡтарҙан уҡ күңелгә тамырлана. Башҡортостанда тыуып үҫкәндәр ошо ерҙең һылыу Ағиҙеле, күкрәгендә хазиналар һаҡлаған Урал тауҙары, йәйрәп ятҡан далалары менән ғорурлана.
Беҙ ҙә бөгөн төҫ ташламаҫ ошондай гәүһәрҙәр араһында Башҡортостандың тағы ла бер ғорурлығы – Мостай Кәрим ижатына сәйәхәт итәбеҙ.
1 –се алып барыусы. Мостай Кәрим 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районының Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул ҙур ғаиләлә, өләсәһе тәрбиәһендә эш һөйөүсән, инсафлы бала булып үҫә. Ауылында урта мәктәпте тамамлағас, 2 йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый, һуңынан Башҡорт Дәүләт институтын тамамлай.
2 –се алып барыусы. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән армия сафына алына һәм һуғыштың еңеү менән тамамланыуына тиклем фронтта була. Яу ҡырынан әйләнеп ҡайтҡас ныҡлап әҙәби эшкә тотона.
1 -се алып барыусы. Мостай Кәрим мәктәптә уҡығанда уҡ шиғырҙар яҙа башлай. Тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел кеүек алсаҡ та, моңло ла, Урал кеүек уйсан да, далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы ла, бәрәкәтле лә, тормоштоң үҙе кеүек тәрән тамырлы ла М. Кәрим ижаты.
2 –се алып барыусы. М. Кәримдең барлыҡ тормош юлы, бала сағы, уҡыу йылдары, ижаты – оло мөхәббәттең тыуыуы һәм үҫеүе, яңынан – яңы буяуҙарға балҡып йәшәүе ошо изге ер менән бәйле. Был һоҡландырғыс һөйөүҙең йәне – Башҡортостан!
Уҡыусы: Ҡайын япрағы тураһында.
Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, -
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары.
Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –
Шундай йәшел, юғары.
( Шул уҡ ваҡытта ҡурай моңо яңғырай. Башҡортостан картаһы эленгән. “ Башҡортостан буйлап” рәсемдре күрһәтелә.)
1 –се алып барыусы. 1942 йылдың йәйендә, еребеҙҙе фашист туптары яралағанда бер туп ярсығы М. Кәримдең комсомол билетен тишеп үтә. Илде яралаған һуғыш шағир күкрәген йырта. Утлы шартлау “йөрәк аша үтеп, йыр юлына сыңлап ҡойола”. Ул госпиталдә ятҡанда ла тик ятмай, шиғырҙар яҙыуын дауам итә. Үҙенең беренсе уҡытыусыһы Нәби абыйына арнап шиғыр яҙа һәм ошо шиғырҙың һүҙҙәренә композитор А. Ҡобағошов музыка яҙа.
( Хәҙер 4-се синыф уҡыусылары ошо йырҙы һеҙгә йырлап ишеттерерҙәр.)
Уҡытыусыма.
Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм –
Тәү башлап мәктәп ишеген
Үрелеп асҡан көнөм.
Ҡушымта: Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап
Ҡараным күҙҙәремә.
Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.
Һин һөйләнең бәхетемдең
Аҡлығы тураһында.
Тыуған илдәге халыҡтың
Шатлығы тураһында.
Һин яратырға өйрәттең
Һәр бер биҙәген ерҙең.
Йондоҙло зәңгәр күктәрҙең
Серҙәрен асып бирҙең.
2 –се алып барыусы. Халыҡ шағиры тигән һүҙҙәрҙә М. Кәрим ижатының төп мәғәнәһе әйтелгән. Поэзия – тормошта хаҡлыҡ эҙләү юлы икән, был хаҡлыҡты халыҡтан айырылып табыу мөмкин түгел. Шағир өсөн хаҡлыҡ бары тыуған ерҙән башлана.
Уҡыусы: Тыуған ер.
Һағыныу хисе, миңә ҡанат ҡуйып,
Алыҫ ерҙе яҡын иттерҙе.
Мин ауылға ҡайттым,
Тыуған ергә,
Күленә ҡайтҡан аҡҡош шикелле.
Уҙған ғүмер төҫлө боролма юл,
Күкһелләнгән тауҙар тулҡыны.
Һары океан – бешкән башаҡ еҫе,
Ҡуйы урман. Убыр упҡыны…
Әсәй ҡулы кеүек яҡын миңә,
Таныш бында миңә һәр ҡыуаҡ,
Был ерҙәрҙә аунап, көсөк һымаҡ,
Ғәмһеҙ үтте минең бала саҡ.
1 –се алып барыусы. М. Кәримдең ижат юлы халыҡ алдында, замандаштар алдында ошондай яуаплылыҡ тойоп тыуҙы. Ул, халҡым, тип тамаҡ ярып ҡысҡырмай. Шағир бары тик туған тупрағы, һыуҙары, һауаһы менән бергә йәшәй, әйтерһең дә тәбиғәттең бөтә йомартлығы беҙҙең ергә - Башҡортостан тупрағына сарыф ителгән.
Уҡыусы: Тупрағым, һауам, һыуҙарым.
Тупраҡтар сөм-ҡара бында,
Тупраҡ һутланып тора,
Бураҙнаға ҡояш төшһә,
Ялтырап, янып тора.
Кисен уға орлоҡ сәсһәң,
Таң менән шытып сыға,
Ер хаҡында шуға әйтәләр:
“ Тот та икмәккә һыла”.
Бойҙай үҫә. Күл ҡамышы
Тулҡынып торған һымаҡ.
Башаҡтарын бөртөк- бөртөк
Гәрәбә һырыған һымаҡ.
Торналар килеп киткәнсе,
Ағас япраҡ һипкәнсе,
Тупраҡты биҙәп өлгөрә
Нисә мең төрлө гөл генә.
Аяҡ баҫһаң, үләндәре
Торғаны бәрхәт инде,
Шул тупраҡта тыуып- үҫеү
Үҙе бер бәхет инде.
2 –се алып барыусы. М. Кәрим әҫәрҙәрендә кешенең уй – кисерештәре туған тәбиғәттән айырылғыһыҙ. Тәбиғәт өсөн ауыр мәлдә, бер тамсы ямғыр булырға хыяллана.
Уҡыусы: Көҙ.
Тымыҡ күл буйҙарын оя иткән
Өйрәктәр ҙә китте алыҫҡа,
Хушлаштылар бөгөн улар менән
Бергә үҫкән һылыу ҡамыштар.
Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә,
Шаян елдәр уйнап үтәләр,
Суҡлы шәл ябынған ҡайындарҙың
Һары шәл суҡтарын һүтәләр.
1 –се алып барыусы. М. Кәрим ижатының тамырҙары – тыуған ер, тәбиғәт, кешегә мөхәббәт һәм шуларға тоғролоҡ.
Уҡыусы: Кил инде.
Сыйырсығым, ҡошсоғом,
Хәҙер бында ҡыш түгел,
Матурым, һин кил инде,
Өйөң өлгөрҙө бөгөн.
Тәҙрәләре уйылған,
Ал, зәңгәргә буялған,
Сыйырсығым, һинең өсөн
Ҡуныр тал да ҡуйылған.
Ҡанаттарыңды елпеп,
Аҫыл һайрауың һирпеп,
Сыйырсығым,кил инде,
Өйөң әҙер бит инде.
2 се алып барыусы. М. Кәрим ижаты мөхәббәт менән, моң менән, нур менән мөлдөрәмә тулы. Уның шиғырҙарының бер юлын уҡыу менән бөтә йөрәк- зиһен тоҡана.
(6 -сы синыф уҡыусылары йырлай).
Һаумы,тиҙәр гөлдәр…
Ауылымдың туғайҙары аша
Алыҫтарҙан ҡайтып киләмен,
Шишмәләргә ятып һыуҙар эсәм
Һәм эйелеп өҙәм еләген.
Ҡушымта: Гөлдәр миңә:”Һаумы, һаумы! – тиҙәр,
Талғын елдәр иҫкән сағында,
Баш эйәләр. Бер мин генә түгел
Улар ҙа,ахры, мине һағынған.
Айырылыуҙың оҙаҡ йылдарында
Ниндәй яландарҙа йөрөмәнем,
Ләкин, гөлдәр, һеҙҙең шикеллеләй
Хуш еҫ бөркөгәнде күрмәнем.
Ҡушымта.
Хәтерләйем ошо туғайҙарҙа
Бик, бик күптән гөлдәр үҫкәнен.
Ғашиҡ булдым егет йылдарымда,
Тик гөлдәрҙе үрелеп өҙмәнем.
Ҡушымта.
Ғашиҡ булдым. Ләкин мин ғишҡымды
Әйтеп бирҙем ябай тел менән.
Тиңләмәнем уны далалағы
Ғүмерһеҙ һәм матур гөл менән.
Ҡушымта.
Улар һаман:” Һаумы, һаумы! – тиҙәр,
Алдарыма хуш еҫ сәсәләр.
Бик һағындым, һеҙҙе, бик һағындым,
Үҙ еремдә үҫкән сәскәләр.
1-се алып барыусы. М. Кәрим – прозаик, балалар яҙыусыһы һәм шағиры.
Ул балалар өсөн бик күп шиғырҙар һәм повестар яҙған.
Уҡыусы: Ҡыш килгәс.
Алыҫта урман. Урманда томан.
Ерҙе ҡаплаған аҡ мамыҡ юрған.
Тышта ел өрә,ҡарҙы һеперә,
Мин өйҙә торам һалҡынға күрә.
Тышта ата ҡаҙ. Ул, меҫкен, бойоҡ.
-Әсәй, ниңә уның бер аяғы юҡ?
2-се алып барыусы. М. Кәрим әҫәрҙәре бер нисә быуын башҡорт уҡыусыларының рухи хазинаһына әйләнде. Шағирҙың ҡанатлы һүҙҙәре күптән инде мәҡәл дәрәжәһендә йөрөй.
Уҡыусы. Балаға.
Ҡырҙар буш. Буралар тулы.
Хеҙмәт итә тантана.
Ә һинең яңы эш йылың
Мәктәптәрҙә башлана.
Уңған бул һин, тырыш бул һин,
Күңелең иркен ялан.
Йомарт белем орлоҡтарын
Шул яланға сәс, балам!
1-се алып барыусы. Башҡорт моңо борон-борондан тик үҙ төбәгендә генә яңғырамаған. Ҡото алынған Гитлер ғәскәрҙәрен ҡыуып барған башҡорт яугирҙәре аттарының даға эҙҙәре Европа яландарына уйылып ҡалғанда башҡорт моңон Уралдан алыҫ Германия туғайҙары ла, Днестр буйҙары ла ишеткән.
( 7-се синыф уҡыусылары йырлай.)
Атлылар йыры.
Илебеҙҙең тыныслығын
Дошман утҡа үртәне,
Ҡындан ҡылыс сығарырға
Ил ҡушты шул иртәне.
Ел тараны юрғаларҙың
Елгә тейгән ялдарын.
Яуға киттек беҙ, ҡалдырып
Ағиҙелдең ярҙарын.
Ҡайнай асыу. Беҙ һуғышта
Ил намыҫын һаҡлайбыҙ.
Уйнай ҡылыс. Дошмандарҙы
Беҙ ярһып тураҡлайбыҙ.
Әле ҡанға һуғарылған
Ер иркен һулыш алыр,
Йәйғорҙай нурҙарын һибеп,
Дан юлы һуҙылып ҡалыр.
Ал таҫмаларға биҙәрбеҙ,
Юрғаларҙың ялдарын.
Беҙ ҡайтырбыҙ, яңғыратып
Ағиҙелдең ярҙарын.
2-се алып барыусы. Башҡорт әҙибе М. Кәримдең китаптары урыҫ, украин, ҡаҙаҡ, тажик, латыш, төрөкмән, литва, балҡар, вьетнам, бавар һ.б. телдәргә тәржемә телгән һәм төрлө милләт балалары рәхәтләнеп үҙ телдәрендә уҡый.
Уҡыусы: Шиғыр “ Учителю”.
В памяти моей всегда
Первый школьный день, когда
Я на цыпочки привстал,
Двери класса открывал.
Припев: Ты,учитель, добрый мой,
На меня взглянул потом,
Ты зажег огонь большой
В сердце маленьком моем.
Ты о счастье говорил
Об Отчизне дорогой,
Ты впервые мне открыл
Радость жизни трудовой.
Припев.
Ты открыл мне ширь морей,
Снежные вершины гор,
Даль зеленую полей
И родных долин простор.
Припев.
Ты учил меня любить
Эту землю, этот лес,
Тайну мне сумел раскрыть
Звездных голубых небес…
…Я запомнил навсегда
Первый школьный день, когда
Я учиться начинал,
Книгу жизни открывал.
1-се алып барыусы. М. Кәрим шиғыр яҙыу менән генә сикләнмәй. Ул прозалар, драмалар, поэмалар ҙа яҙа. Балалар өсөн “Оҙон – оҙаҡ баласаҡ”, “Ярлыҡау”, “Беҙҙең өйҙөң йәме” һ.б. повестары үҙенсәлекле күренеш булды. Октябрь айында күренекле яҙыусыбыҙҙың 90 йәшлек юбилейенә арнап Республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөнөң М. Ғафури мсемендәге Башҡорт Дәүләт Академия Драма театрында “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ”, “Ауыл адвокаттары” драмалары күрһәтеләсәк.
2-се алып барыусы. Үҙенең гүзәл әҫәрҙәре менән М. Крим бөтә халыҡ мөхәббәтен яуланы. Әҙәбиәтебеҙ алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн 1963 йылда М. Кәримгә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелә. М. Кәрим – Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР премияһы лауреаты, Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Ленин премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булды һәм милли культурабыҙға оло тантана килтерҙе.
1-се алып барыусы. Ошо һаналып үткән бүләктәр генә лә яҙыусының халыҡ араһындағы абруйының бик юғары булыуын күрһәтә. Тыуған көнөндә, ижат кисәһендә,герой исеме бирелеү шағирҙың тырыш хеҙмәттә яуланған ижат бейеклектәрен үҙенә күрә ғомумиләштереү ҙә, Ватан һуғышындағы һалдат батырлығы ла, республика һәм ил күләмендә башҡарған ҙур йәмәғәт эшсәнлеге лә, яҙыусылыҡ хеҙмәте лә керә был исемгә.
2-се алып барыусы. Ирекһеҙҙән, М. Кәримдең “Уңдым” исемле шиғыры иҫкә төшә. Үҙенә 50 йәш тулған көндәрҙә яҙылған әлеге шиғырында тыуған йылынан, тыуған айынан, тыуған тупрағынан, кешеләрҙән, дуҫтарынан, көрәш – яуҙарынан уңыуы тураһында һүҙ алып бара.
Шиғырҙың аҙағы:
Күп нәмәнән уңдым,
Рәхмәт һеҙгә,
Хәйерле төн һеҙгә,үткәндәр!
Эйе, уңдым
Күп нәмәнән уңдым.
Минән уңды микән бүтәндәр?
–тигән борсоулы һорау менән тамамлана.
Эйе,бүтәндәр ҙә уңды!
1-се алып барыусы. Башҡортостан үҙ улын изгелекле һәм итәғәтле итеп үҫтерһә, М. Кәрим, үҙ сиратында, бурыслы булып ҡалманы – үҙ республикаһы халҡы исемен тағы ла юғарыраҡ күтәрҙе, башҡорт әҙәбиәтенең ил күләмендәге авторитетын нығытты, уны Бөтә Союз һәм донъя майҙанына ҡыйыуыраҡ, ышаныслыраҡ алып сыҡты. М. Кәрим бөтә ижат ғүмере буйына арымай – талмай эшләгән кеше.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
-
М. Кәрим. 1 том. 1990 йыл.
-
Башҡортостан уҡытыусыһы. 1996 – 2 номер.
-
Башҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһы. Өфө. 1995йыл.